“Башҡорт әҙәбиәте”буйынса программа
“Мәғариф тураһында”ғы законға,
“Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына,
“Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”,
“Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,
,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына,
“Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,
2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөнБашҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡала округы муниципаль мәғариф учреждениеһы 9-сы лицейҙың уҡыу планына таянып эшләнде.
Инеш 316
Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.
Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә.Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә,кешеләр араһындағы,йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе,үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә,киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп,телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер.Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү,белеү мотлаҡ.
Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һө ҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.
Статистика в обработке материалов психологических исследований
... 25 — таким путем он получил среднее арифметическое по всем пробам. Это среднее арифметическое составило 141. Таков по этой пробе максимальный темп этого мальчика. ...
Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.
Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:
-башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;
— уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;
— әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;
— туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;
— бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
“ Башҡорт әҙәбиәте “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.
2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.
3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.
4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора
Рабочая программа дисциплины 20
... психологического консультирования Беседа. Виды беседы. Цели и функции беседы. Приемы и техники, используемые в беседе. Интервью. Виды и функции интервью. Наблюдение. Цели ... и неэффективные вопросы. Приемы повторения, переформулирования, обобщения. Техники прояснения проблемы клиента, выдвижения гипотез в консультировании, техники интерпретации. Техники эффективной обратной связи. Навыки осознания и ...
“Башҡорт әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә. Программа – “Яңы сандартттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн Туған тел дәреслегенә программа”. – Өфө: Китап, 2010.
Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Башҡорт әҙәбиәте” предметын өйрәнеүгә 1-се класта 22 сәғәт бүленә.Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 — се класта“Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.
Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.Уҡыу техникаһы- ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.
2-се класта халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Программала 1 сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән.Тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер, ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән.Уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
3- сө класта уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
4-се класта уҡыу техникаһы- 90-100 һүҙ уҡыу . Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙән күберәк уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллана алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалыэшләү талап ителә.
В.М. Белов, В.В. Воронкова и др. – 8-е изд. – М.: Просвещение, 2013. – 176 с.
ПОЯСНИТЕЛЬНАЯ ЗАПИСКА Музыкально-эстетическая деятельность занимает одно из ведущих мест в ходе формирования художественной культуры детей с отклонениями в развитии. Среди различных форм учебно-воспитательной работы музыка является одним из наиболее привлекательных видов деятельности для умственно отсталого ребенка. Благодаря развитию технических средств музыка стала одним из самых ...
Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан «Йәншишмә» гәзите, «Аҡбуҙат», «Аманат «журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.
Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
“Башҡорт әҙәбиәте” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу — телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу.
Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.
Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.
Психологические аспекты восприятия рекламных текстов
... Основные понятия: реклама, рекламный текст, методы психологического воздействия. 1. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ АСПЕКТЫ РЕКЛАМНОГО ТЕКСТА 1.1 Понятие рекламного текста Общепринятое определение текста звучит как: текст (от лат. ткань, ... определения этого термина. Например, М. А. Измайлова считает, что: «Рекламный текст -- это текст, содержащий рекламную информацию. Его отличают следующие признаки: во-первых, он ...
Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға, һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр.
“Башҡорт әҙәбиәте” предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү
Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.
Шәхес ул:
- башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;
- белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;
- мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;
- хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;
- үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;
- социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Уҡыу йылы аҙағына “Башҡорт әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)
Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар:
«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
анализлай һәм синтезлай белеү;
сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;
үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
һорауҙар бирә белеү.
«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу
Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.
Оҫталыҡты үҫтереү:
Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Өйрәтеү:
Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;
Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү. Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.
Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.
Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:
Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;
Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.
Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:
- Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр
Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;
Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.
- Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.
Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле).
Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.
Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен).
Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.
Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.
- Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.
Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.
Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.
Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра. Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.
5.Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан «Йәншишмә» гәзите, «Аҡбуҙат», «Аманат » журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
6 .Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
?улланыл4ан 262би2т,техник саралар
проектор ,экран, принтер
1.Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт 262би2те буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2011.(Икенсе быуын стандарттары)
2.«Ту4ан тел»дәреслеге.СынбулатоваФШ.М21лий2рова. « Өфө..2011
3«Эш дәфтәре»Ф.Ш.Сынбулатова Өфө Китап.2011
Мәүлийәрова Ә. Т.
4. Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф.Ғәлиуллина Г.Б. 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланмана.-“ Өфө. Китап,2011.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметына тематик план
№ |
У7ыу эшм2к2рлеге |
Тема |
С2 42т |
Дата |
УУЭ |
||||
план |
факт |
Танып беле1 |
Комуникатив |
К0йл21се |
|||||
Мин у7ый бел2м |
|||||||||
1 |
)йр2нелг2н х2рефт2р62н тор4ан тексттар6ы 3ама7лап у7ыу. Китап у7ыр4а тел2к т2рби2л21,к1п у7ыр4а ылы7тырыу 1 с242т |
Китап.Д.Талхина Белгем кил2.М.Дилм0х2м2тов |
1 |
06.02 |
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу; |
Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәттойоу |
уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү |
||
2ки2т у7ыр4а яратам |
|||||||||
2 |
«ки2т тура3ында т0ш0нс2 бире1.»ки2тте тасуири у7ыр4а, ты8лар4а, 32м 30йл2рг2 0йр2те1. «ки2тт2р6е8 к1бе3енд2 7улланыл4ан тылсымлы предметтар4а и4тибар ите1. 8 с242т |
Шал7ан. |
1 |
09.02 |
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү; аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу; |
әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү; хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү; |
уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү. |
||
Айыу ни82 7ойро73о6.Ж.Киекбаев Айыу 7ышын ни82 080н2н сы7май. |
1 1 |
11.09 23.02 |
|||||||
Эш б0тк2с уйнар4а ярай.К.Ушинский |
1 |
25.02 |
|||||||
?ара7ты8 б1рке яна |
1 |
02.03 |
|||||||
Тирм2. |
1 |
04.03 |
|||||||
Оша7сы.Тейен мен2н б1ре. |
1 |
09.03 |
|||||||
Баша7 |
1 |
11.03 |
|||||||
Атай- 4аил2 башлы4ы |
|||||||||
3 |
Ижекл2п д0р09 итеп 3ама7лап у7ыу.Яйлап 316л2п у7ыу4а к1се1.:ур булма4ан текстар6а тыныш билд2л2рен2 7арап ,бер 30йл2мде икенсе3ен2н айырып у7ыу.А8лы, д0р08 у7ыу4а 0лг2ше1. тексты8 й0км2тке3е буйынса 3орау6ар4а яуап бире1,текстан табып у7ып к1р32те1,герой6ар тура3ында 28г2м2 7ороу,ата-2с23ена,ту4андарына 30й01 ,ихтирам т2рби2л21 7 с242т |
Атай 4аил2л2 хужа.Ф.Сынбулатова Мине8 и8 я7ын кешел2рем. Ф.Сынбулатова |
1 |
16.03 |
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау. таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү; тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү; |
ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары; текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж уятыу |
ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү; |
||
Атай мен2н 2с2й62н 0йр2н2бе6 .Ф.Сынбулатова |
1 |
18.03 |
|||||||
Мин бер малай.К.кинй2булатова |
1 |
01.04 |
|||||||
Ши4ыр6ар.Эш 7арышмай.)йр2н2м.Д.Талхина |
1 |
06.04 |
|||||||
?ояш 7айт7ан.Р.Солтанг2р2ев |
1 |
08.04 |
|||||||
Мин батыр.Кем бай.»ки2т |
1 |
13.04 |
|||||||
?артатайым к282шт2ре. Ф.Сынбулатова |
1 |
15.04 |
|||||||
2с2й62р 32м б2п2й62р |
|||||||||
4 |
Ете6 32м а8лы у7ыу 09т0нд2 ентекле эш.У7ы4ан текст буйынса фекер алышыу,й0км2тке3ен 30йл21.»с2й -0л2с2й62р тура3ында ши4ыр6ар 30йл21.Малай6ар кесе й2шт2н 1662рен к0сл0,булды7лы,. заттар итеп 26ерл2й.?ы66ар- матурлы7 ,н2з2к2тлек 32м изгелек сы4ана4ы-тиг2н й1н2леш бире1. 7 с242т |
И8-и8 матуры.»с2йем.Ф.;0б2й6уллина |
1 |
20.04 |
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү; текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү; тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү; геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү; телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү; |
хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү; башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу |
телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү |
||
Йо7ла балам к16 нурым.Р.Солтанг2р2ева |
1 |
22.04 |
|||||||
)с 7ы6.»ки2т |
1 |
27.04 |
|||||||
Г0р кил2 0й608 эсе.К.Кинй2булатова.И8 матур 316 |
1 |
29.04 |
|||||||
Олатайым мен2н 0л2с2йем. Ф.Сынбулатова. )л2с2йем.Ф.Юлдашбаева |
1 |
04.05 |
|||||||
Мине8 2с2йем кем.Ф.Г0б2й6уллина |
1 |
06.05 |
|||||||
Улдар.В.Осеева |
1 |
11.05 |
|||||||
Матурлы7 донъя3ына с2й2х2т |
|||||||||
5 |
Ете6 32м а8лы у7ыу к1некм23ен камиллаштырыу. Тасуири у7ыр4а 0йр2те1.Тексты й0км2тке3ен2 я7ын 32м 7ы97артып 30йл2рг2 0йр2те1.Баланы 16ен уратып ал4ан т2би42тк2 и4тибарлы,к162те1с2н булыр4а,матурлы7ты тоя белерг2 0йр2те1. 3 с242т |
Б2х2с. Н.Иге6й2нова |
1 |
13.05 |
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү; нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү; уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау. |
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү; мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү. |
башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү; дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү; |
||
Ши4ыр6ар. Й2й.К06. Ф.;0б2й6уллина |
1 |
18.05 |
|||||||
И4тибарлы булыу- 16е изгелек. С.К2рим |
1 |
20.05 |
|||||||
?уна7тар 7аршы алам. Ф. .;0б2й6уллина |
1 |
22.05 |
|||||||
Б0т23е 26 с242т |
|
||||||||
И9к2рм2 |
|
18